Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар, ата-әсәләр һәм сайт ҡунаҡтары!

Һеҙҙе үҙемдең сайтымда күреүемә бик шатмын. Коллегаларымды эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға саҡырам. Теләк-тәҡдимдәрегеҙҙе көтөп ҡалам!


Эшләгән урыным: Өфө ҡалаһы ҡала округы «5-се лицей» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

Һөнәрем: юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Белемем: юғары, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты

Педагогик стажым: 8 йыл

Маҡсатым: һәләтле, ижади, белемле, бай рухлы, мәҙәниәтле шәхес тәрбиәләү

Ҡыҙыҡһыныуҙарым: XX быуаттың тәүге өс тиҫтә йыллығындағы башҡорт прозаһын һәм ырыуымдың шәжәрәһен өйрәнеү

Яратҡан шөғөлдәрем: Тыуған Башҡортостаныбыҙ буйлап һәм сит илдәргә сәйәхәт итеү, фото төшөрөү, бейеү


Тормош девизым: һәр саҡ алға барырға, тағы ла юғарыраҡ бейеклектәр яуларға!